+19 °С
Облачно
Һуңғы яңылыҡтар
19 Сентября 2022, 05:09

«Хәрби бейеклек» Рәсәйҙең төрлө төбәктәренән хәрби хәрәкәт ветерандарын һәм башҡарыусыларҙы йыйҙы

Башҡортостандың «Хәрби бейеклек» патриотик йыр фестивале – бөгөн Рәсәйҙә йәш быуында Ватанға һөйөү, хәрби бурысҡа тоғролоҡ тәрбиәләүгә һәм Ватан геройҙары хаҡында халыҡ хәтерен һаҡлауға йүнәлтелгән билдәле проект. 

Добавить в предпочтительные источники Google
«Хәрби бейеклек» Рәсәйҙең төрлө төбәктәренән хәрби хәрәкәт ветерандарын һәм башҡарыусыларҙы йыйҙы«Хәрби бейеклек» Рәсәйҙең төрлө төбәктәренән хәрби хәрәкәт ветерандарын һәм башҡарыусыларҙы йыйҙы
«Хәрби бейеклек» Рәсәйҙең төрлө төбәктәренән хәрби хәрәкәт ветерандарын һәм башҡарыусыларҙы йыйҙы

 «Торатау» конгресс-холының амфитеатрында «Хәрби бейеклек» республика автор патриотик йырҙар фестивале Рәсәйҙең төрлө төбәктәренән хәрби хәрәкәт ветерандарын һәм башҡарыусыларҙы берләштерҙе.

 

Бай фестиваль программаһы тамашасылар күңеленә хуш килде. Унда   йыйылма тынлы оркестр, кадет кластары һәм хәрби-патриотик клубтар, Юнармия, Тхэквондо федерацияһының үҙенсәлекле программаһы тәҡдим ителде. Башҡортостан Республикаһының көс структуралары ансамбле, балалар һәм йәштәр ижади коллективтары, солистары, ҡала Мәҙәниәт һарайы һәм Өфө Йәш тамашасы театры артистарының, шулай уҡ Рәсәй һәм Башҡортостан ҡалаларының легендар патриотик йыр автор-башҡарыусыларының сығыштары күркәм сараға мәртәбә өҫтәне. Ярославль, Севастополь, Череповец, Ульяновск, Димитровград, Ырымбур ҡалаларынан билдәле башҡарыусылар һәм төркөмдәр һүнмәҫ музыкаль әҫәрҙәр тәҡдим итте.

  Рәсәйҙең атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Александр Павлов етәкселегендәге Екатеринбургтан килгән «Уралбэнд» тынлы оркестрының һәм Рәсәйҙең атҡаҙанған артисы, йырсы һәм композитор Денис Майдановтың сығышын халыҡ яратып тыңланы. 

 

Башҡортостандың «Хәрби бейеклек» патриотик йыр фестивале – бөгөн Рәсәйҙә йәш быуында Ватанға һөйөү, хәрби бурысҡа тоғролоҡ тәрбиәләүгә һәм Ватан геройҙары хаҡында халыҡ хәтерен һаҡлауға йүнәлтелгән билдәле проект. 

Фото: асыҡ сығанаҡтарҙан.

Автор:Альбина Ғөбәйҙуллина
Читайте нас