

14 октябрҙә Стәрлетамаҡ дәүләт театр-концерт берләшмәһенең Башҡорт драма театрында Мөнир Ҡунафиндың пьесаһы буйынса «Ҡорос. Яугир ат яҙмышы» спектакле тамашасы хөкөмөнә тәҡдим ителәсәк.
Пьесала Миәкә районының Илсеғол ауылынан Керчь ҡушаматлы хәрби аттың тарихы бәйән ителә. Миңлеғәле Шайморатов исемендәге башҡорт батальоны составында фронтҡа оҙатыла һәм Бөйөк Ватан һуғышында ике тапҡыр яралана. 1947 йылда маршал Семен Буденный фиҙакәр атты тыуған ауылына ҡайтарта. Керчь - 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһындағы Бөйөк Ватан һуғышынан әйләнеп ҡайтҡан берҙән-бер ат. Байтаҡ йылдар колхозда хеҙмәт итә. Әлеге көндә Илсеғол ауылында яу аты хөрмәтенә иҫтәлекле таҡтаташ бар.
Фото: Стәрлетамаҡ башҡорт драма театры сайтынан.