

15 сентябргә ҡарата республикала иген һәм ҡуҙаҡлы иген культуралары майҙанының 87 проценты һуғылған, тип хәбәр итә Башҡортостан Ауыл хужалығы министрлығының матбуғат хеҙмәте. Тулайым йыйым 4,46 миллион тонна тәшкил итә.
Ужым культуралары урағы тамамланған тиерлек. 857,5 мең тонна ужым ашлығы һуғып алынған, һәр гектарҙан уртаса уңыш – 32,8 центнер. 3 миллион 603 мең тонна яҙғы иген һәм ҡуҙаҡлы иген культуралары йыйып алынған, гектарынан уңыш 28,6 центнер булған.
Тулайым һуғыу буйынса Стәрлетамаҡ (257,7 мең тонна), Илеш (227,4 мең тонна), Мәләүез (185,4 мең тонна) һәм Саҡмағош (181,5 мең тонна) райондары алдынғылыҡты бирмәй.
Фото БР Ауыл хужалығы министрлығы сайтынан.