+12 °С
Облачно
Һуңғы яңылыҡтар
15 Сентября 2022, 06:13

“Һоҡланам һәм ысын күңелдән ҡотлайым!”

Республикабыҙ Башлығы Радий Хәбиров үҙенең социаль селтәрҙәге сәхифәһендә ҡыуаныслы яңылыҡ менән бүлешә – көслө рухлы Өфө ҡыҙының оло еңеүе тураһында бәйән итә.

Добавить в предпочтительные источники Google
“Һоҡланам һәм ысын күңелдән ҡотлайым!”“Һоҡланам һәм ысын күңелдән ҡотлайым!”
“Һоҡланам һәм ысын күңелдән ҡотлайым!”

Республикабыҙ Башлығы Радий Хәбиров үҙенең социаль селтәрҙәге сәхифәһендә ҡыуаныслы яңылыҡ менән бүлешә – көслө рухлы Өфө ҡыҙының оло еңеүе тураһында бәйән итә.

“Беҙҙең Өфө ҡыҙы Ильмира Сәлимова Санкт-Петербургта үткән халыҡ-ара матурлыҡ һәм талант конкурсында ҡатнашып, еңеүгә өлгәште һәм “Нева һылыуы–2022” исемен яуланы. Бер нисә ай элек Илмира менән танышҡанда уның иҫ киткес көслө рухына һәм маҡсатҡа ынтылыусанлығына хайран ҡалғайным.

20 йәшлек ҡыҙға күп һынауҙар кисерергә тура килә... Ләкин ул ауырлыҡтарға бирешмәй. Тормошто ярата. БДУ-ның Тарих һәм дәүләт идаралығы институтында уҡый, Рима Баталова исемендәге республика спорт әҙерлеге үҙәгендә коляскала фехтование секцияһында шөғөлләнә. Һәм ул бына ошондай һоҡланғыс сараларҙа ҡатнаша.

Ильмира, мин һеҙгә ышандым һәм бөтәһе лә һәйбәт килеп сығыуына бик шатмын! Һоҡланам һәм еңеүегеҙ менән ысын күңелдән ҡотлайым!” – тип яҙып сыҡты Радий Хәбиров.

Өфөнән 20 йәшлек Ильмира Сәлимова Санкт-Петербургта уҙған “Нева һылыуы–2022” халыҡ-ара матурлыҡ һәм талант конкурсында республика исеменән сығыш яһаны. Унда мөмкинлектәре сикләнгән коляскалағы ҡыҙҙар ҡатнаша. Ильмира башҡорт милли кейемендә сығыш яһаған. Түшелдерек һәм баш кейемен ул әсәһе менән бергә әҙерләгән. Ильмира өсөн махсус рәүештә башҡорт милли кейеме тегелгән.

Ул конкурста туризм һәм уңайлы мөхит тураһында презентация менән сығыш яһаған, шулай уҡ туған телдә ете ҡыҙ тураһында риүәйәтте һөйләгән. Сәхнәгә Ильмира композитор Урал Иҙелбаев эшкәртеүендәге халыҡ көйө оҙатыуында сыҡҡан.

Фотолар Радий Хәбировтың социаль селтәрҙәге сәхифәһенән.

 

Автор:Альмира Кирәева
Читайте нас