-4 °С
Облачно
Һуңғы яңылыҡтар
15 Сентября 2022, 08:38

Бер тәүлектә 581 ауырыу өҫтәлгән

Башҡортостанда үткән тәүлектә коронавирус 581 сырхауҙа асыҡланған, унан ике яҡташыбыҙ донъя ҡуйған.

Добавить в предпочтительные источники Google
Бер тәүлектә 581 ауырыу өҫтәлгәнБер тәүлектә 581 ауырыу өҫтәлгән
Бер тәүлектә 581 ауырыу өҫтәлгән

Башҡортостанда үткән тәүлектә коронавирус 581 сырхауҙа асыҡланған, унан ике яҡташыбыҙ донъя ҡуйған. Пандемия башланған алып вирус йоҡтороусылар – 306 меңдән ашыу, ә инфекциянан вафат булыусылар – 5 801, тип хәбәр итә республиканың Һаулыҡ һаҡлау министрлығы.

Әле дауаханаларҙа 236 ауырыу ковидҡа ҡаршы көрәшә, уларҙың туғыҙы ауыр хәлдә, берәүһе яһалма һулыш аппараты ярҙамында тын ала. Өйҙә дауаланыусылар – 3 322.

Тәүлек эсендә инфекциянан 157 кеше һауыҡҡан.

Республикала коронавирусҡа ҡаршы вакцинация әүҙем дауам итә. Уның ике компонентын да яһатыусылар – 3 014 802 (прививка ҡаҙатырға тейешле халыҡтың 121,3 проценты). Уҙған тәүлектә генә лә 11,8 меңгә яҡын кеше вакцина эшләткән. Прививканы ҡабаттан яһатыусылар – 851 426.

Фото “Башинформ”дан алынды.

 

 

Автор:Альмира Кирәева
Читайте нас