+1 °С
Облачно
Һуңғы яңылыҡтар
14 Сентября 2022, 10:36

Сибай ҡыҙының ҙур уңышы

Сибай  урта махсус  музыка  мәктәбен тамамлаусы, бөгөнгө көндә Н.Г. Жиһанов  исемендәге Ҡазан дәүләт консерваторияһы студенткаһы Ләйсән Ҡаҙаҡбаева  ”Таланттар йылғаһы” проектында  Волга буйы федераль округынан берҙән - бер еңеүсе тип табылды. Һәләтле ҡыҙ конкурстың иң ауыр һайлап алыу этаптарын уңышлы үтеп, Ульяновск дәүләт академия симфоник оркестры менән берлектә Халыҡ-ара конкурста сығыш яһарға әҙерләнә.

Добавить в предпочтительные источники Google
Сибай ҡыҙының ҙур уңышыСибай ҡыҙының ҙур уңышы
Сибай ҡыҙының ҙур уңышы

“Таланттар йылғаһы” – Санкт-Петербург Музыка Йортоноң уникаль проекты. Башта һәр музыкант оҫталыҡ  класына  эләгер өсөн ойоштороусыларға үҙенең видеояҙмаһын ебәрә, һайлап алыу турын  уңышлы үтеүселәр  илебеҙҙең төньяҡ башҡалаһына  саҡырыла. Мастер кластарҙы  данлыҡлы  музыка белгестәре, билдәле профессорҙар уҙғара. Дүрт көн дауамында барған оҫталыҡ дәрестәренән  һуң һайлау комиссияһы Рәсәй исеменән Халыҡ-ара конкурстарҙа ҡатнашыу хоҡуғына эйә булыусы иң-иңдәрҙе билдәләй.  

Автор:
Читайте нас