+7 °С
Облачно
Һуңғы яңылыҡтар
14 Сентября 2022, 09:18

Ҡарабойҙай уңышы мул буласаҡ

Илебеҙ игенселәре ҡарабойҙай уңышын йыя. Унан юғары уңыш көтөлә, тулайым йыйым былтырғынан күберәк булыр, тип фаразлана. Республикабыҙҙа ла ҡарабойҙай уңышы һәйбәт, гектарынан 12,9 центнер тәшкил итә, тип яҙып сыҡты Башҡортостан Ауыл хужалығы министрлығының матбуғат хеҙмәте.

Добавить в предпочтительные источники Google
Ҡарабойҙай уңышы мул буласаҡҠарабойҙай уңышы мул буласаҡ
Ҡарабойҙай уңышы мул буласаҡ

Илебеҙ игенселәре ҡарабойҙай уңышын йыя.Унан юғары уңыш көтөлә, тулайым йыйым былтырғынан күберәк булыр, тип фаразлана. Республикабыҙҙа ла ҡарабойҙай уңышы һәйбәт, гектарынан 12,9 центнер тәшкил итә, тип яҙып сыҡты Башҡортостан Ауыл хужалығы министрлығының матбуғат хеҙмәте.

Алтай крайы, Курск, Воронеж һәм Орел өлкәләре менән бер рәттән, Башҡортостан был культураны игеү буйынса алдынғы төбәктәр иҫәбендә. Ҡарабойҙай илдең 49 субъектында үҫтерелә.

Башҡортостанда уның майҙандарының 45 проценттан ашыуы йыйылған, әле йәмғеһе ул 42,5 мең тонна һуғып алынған. Ҡарабойҙайҙы тулайым йыйыу буйынса Илеш, Кушнарен, Балтас райондары алда бара.

Фото БР Ауыл хужалығы министрлығы сайтынан.

Автор:Альмира Кирәева
Читайте нас