+12 °С
Облачно
Һуңғы яңылыҡтар
13 Сентября 2022, 11:10

Республикала мәктәп туризмын үҫтереү программаһы уңышлы тормошҡа аша

Уҡыусыларҙың сәйәхәтен ойоштороу өсөн «Туризм һәм ҡунаҡсыллыҡ индустрияһы» милли проекты буйынса Башҡортостанға федераль бюджеттан 55,5 миллион һум бүленде, тип билдәләне республика Башлығы.  

Добавить в предпочтительные источники Google
Республикала мәктәп туризмын үҫтереү программаһы уңышлы тормошҡа ашаРеспубликала мәктәп туризмын үҫтереү программаһы уңышлы тормошҡа аша
Республикала мәктәп туризмын үҫтереү программаһы уңышлы тормошҡа аша

Башҡортостан – Рәсәйҙең мәктәп туризмы программаһы башланған пилот төбәктәренең береһе. Республика етәксеһе Радий Хәбиров үҙенең телеграм-каналында уны тормошҡа ашырыу, уҡыусыларҙың тәүге сәфәрҙәре хаҡында белдерҙе.

«Тәүге сәфәрҙәр ойошторолдо, тәьҫораттар яҡшы. Нуриман, Благовещен, Миәкә, Салауат  – балаларҙың бер өлөшө был райондарҙы беренсегә күрҙе. Улар ир-егеттәр монастырына, Павловка һыуһаҡлағысына, Ҡыҙыл Шишмәгә һәм башҡа күркәм урындарға барҙы», – тип яҙҙы Радий Хәбиров.

Уҡыусыларҙың сәйәхәтен ойоштороу өсөн «Туризм һәм ҡунаҡсыллыҡ индустрияһы» милли проекты буйынса Башҡортостанға федераль бюджеттан 55,5 миллион һум бүленде, тип билдәләне республика Башлығы. Ә республика ҡаҙнаһынан 22,2 миллион һум йүнәлтелде. Артабан ул балалар өсөн сәфәрҙе нисек ойошторорға кәрәклеген дә иҫкә төшөрҙө.

«Ғаризаны мәктәп һәм район мәғариф бүлеге әҙерләй. Ҡатнашыусылар – 5-се, 9-сы класс уҡыусылары. Көндө, ваҡытты һәм маршрутты һайларға мөмкин. Сәфәрҙәр яҡшы ойошторолған, улар ике көнлөк, уҡыусылар өсөн бушлай. Беҙ берҙәм федераль реестрға ингән республика туроператорҙарын йәлеп иттек», – тип билдәләне республика етәксеһе.

Сәйәхәттәр буйынса өҫтәмә мәғлүмәтте эш көндәрендә (347) 218-17-20 телефоны буйынса Башҡортостан Республикаһы Эшҡыуарлыҡ һәм туризм министрлығының туризм программаларын тормошҡа ашырыу бүлегендә алырға мөмкин.

https://www.bashinform.ru/news/nacproject/2022-09-13/radiy-habirov-rasskazal-ka

Автор:
Читайте нас