+4 °С
Облачно
Һуңғы яңылыҡтар
13 Сентября 2022, 06:08

Луганск урамдарында – Башҡортостан табибы һүрәте менән баннерҙар

Луганск урамдарында Башҡортостан табибы Айгөл Разаҡованың фотоһүрәте менән баннерҙар күрергә мөмкин. Айгөл Рәшит ҡыҙын баннерҙар өсөн фотоға “Башинформ” агентлығы хәбәрсеһе төшөргән. Был турала “Башинформ” агентлығы яҙып сыҡты.

Добавить в предпочтительные источники Google
Луганск урамдарында – Башҡортостан табибы һүрәте менән баннерҙарЛуганск урамдарында – Башҡортостан табибы һүрәте менән баннерҙар
Луганск урамдарында – Башҡортостан табибы һүрәте менән баннерҙар

Луганск урамдарында Башҡортостан табибы Айгөл Разаҡованың фотоһүрәте менән баннерҙар күрергә мөмкин. Айгөл Рәшит ҡыҙын баннерҙар өсөн фотоға “Башинформ” агентлығы хәбәрсеһе төшөргән. Был турала “Башинформ” агентлығы яҙып сыҡты.

Ҡыуатов исемендәге республика клиник дауаханаһының юғары категориялы лаборанты Айгөл Разаҡова өсөнсө ай инде Красный Луч поликлиникаһында эшләй. “Мин бында эшләүем менән ғорурланам. Арабыҙҙа осраҡлы кешеләр юҡ. Тыныс тормошто тергеҙеүгә лайыҡлы өлөш индерәбеҙ, тип ышанам”, – ти Айгөл Рәшит ҡыҙы.

Фото “Башинформ”дан алынды.

Автор:Альмира Кирәева
Читайте нас