+10 °С
Ясно
Һуңғы яңылыҡтар
13 Сентября 2022, 05:10

Әлегә ковидҡа ҡаршы сикләүҙәрҙе көсәйтеү талап ителмәй

Башҡортостанда COVID-19 буйынса эпидемиологик хәл сағыштырмаса тотороҡло. Әлегә ковидҡа ҡаршы сараларҙы көсәйтеү талап ителмәй, тип белдерҙе Роспотребнадзорҙың төбәк идаралығы вәкиле Республикаға идара итеү үҙәгендә үткән оператив кәңәшмәлә. Ләкин ведомствола йәш сабыйҙар һәм оло йәштәгеләр араһында сирләүселәрҙең артыуын билдәләйҙәр.

Добавить в предпочтительные источники Google
Әлегә ковидҡа ҡаршы сикләүҙәрҙе көсәйтеү талап ителмәйӘлегә ковидҡа ҡаршы сикләүҙәрҙе көсәйтеү талап ителмәй
Әлегә ковидҡа ҡаршы сикләүҙәрҙе көсәйтеү талап ителмәй

Башҡортостанда COVID-19 буйынса эпидемиологик хәл сағыштырмаса тотороҡло. Әлегә ковидҡа ҡаршы сараларҙы көсәйтеү талап ителмәй, тип белдерҙе Роспотребнадзорҙың төбәк идаралығы вәкиле Республикаға идара итеү үҙәгендә үткән оператив кәңәшмәлә. Ләкин ведомствола йәш сабыйҙар һәм оло йәштәгеләр араһында сирләүселәрҙең артыуын билдәләйҙәр.

Башҡортостан Һаулыҡ һаҡлау министрлығы мәғлүмәттәре буйынса, бер аҙнала коронавирус инфекцияһы менән сирләү кимәле 10% артҡан. ОРВИ менән ауырыусылар 21 процентҡа күбәйгән.

Республика һаулыҡ һаҡлау министрының беренсе урынбаҫары Азат Рәхмәтуллин һүҙҙәренсә, вакцинация миҙгел сирҙәрен иҫкәртеүҙең берҙән-бер һөҙөмтәле ысулы булып тора.

Әлеге ваҡытта Башҡортостанда йәмғеһе 2 990 061 кеше коронавирусҡа ҡаршы вакцинаның ике компонентын да алған. 257 631 кеше гриптан прививка яһатҡан. Был иһә пландың 11%.

Республика етәксеһе предприятиелар менән эште көсәйтергә ҡушты. Быйыл эш биреүсе иҫәбенә гриптан вакцина алған хеҙмәткәрҙәр һанын арттырыу планлаштырыла.

Сығанаҡ: “Башинформ”.

Автор:
Читайте нас