+8 °С
Облачно
Һуңғы яңылыҡтар
13 Сентября 2022, 05:15

Етем балаларҙы торлаҡ менән тәьмин итеү программаһын финанслау артҡан

Етем һәм атай-әсәй ҡарауынан мәхрүм балаларға бүленгән финанс сығанаҡтар буйынса, Башҡортостан – Волга буйы федераль округында икенсе урында. Ағымдағы йылда 425 кеше фатирлы булған. Әммә етем балаларҙың бөтәһе лә торлаҡ менән ваҡытында тәьмин ителмәй.

Добавить в предпочтительные источники Google
Етем балаларҙы торлаҡ менән тәьмин итеү программаһын финанслау артҡанЕтем балаларҙы торлаҡ менән тәьмин итеү программаһын финанслау артҡан
Етем балаларҙы торлаҡ менән тәьмин итеү программаһын финанслау артҡан

 Башҡортостанда етем һәм атай-әсәй ҡарауынан мәхрүм балаларҙы торлаҡ менән тәьмин итеү программаһын финанслау артҡан.

Быйыл уның күләме 61 процентҡа күбәйеп, 1 миллиард ярым һум тәшкил итә. 269 миллион һумы – федераль ҡаҙнанан.

Етем һәм атай-әсәй ҡарауынан мәхрүм балаларға бүленгән финанс сығанаҡтар буйынса, Башҡортостан – Волга буйы федераль округында икенсе урында. Ағымдағы йылда 425 кеше фатирлы булған. Әммә етем һәм атай-әсәй ҡарауынан мәхрүм балаларҙың бөтәһе лә торлаҡ менән ваҡытында тәьмин ителмәй. Республика Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров мәсьәләне хәл итеүҙе тиҙләтеү өсөн эшсе төркөм булдырырға ҡушҡан.

Унда Башҡортостандың Торлаҡ һәм архитектура министрлығы, Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай, Хөкүмәт аппараты һәм муниципалитеттар вәкилдәре инәсәк.

Республикала 2025 йылға тиклем 18 йәштән өлкән етем-балаларҙы торлаҡ менән тәьмин итеүҙә барлыҡҡа килгән бурысты бөтөрөү программаһы ҡабул ителгән.

Фото: асыҡ сығанаҡтарҙан.

Автор:Альбина Ғөбәйҙуллина
Читайте нас