

29-30 сентябрҙә Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһында "Ел тыуҙырған моң" II Халыҡ-ара этник музыка ҡоралдары фестивале үтә, тип яҙалар Башҡорт дәүләт филармонияһының рәсми сайтында. Фестивалдең төп символы – ҡурай. Уның эмблемаһында ла ҡурай һынландырылған.
Фестивалдә ҡатнашыусылар Башҡортостандың Милли халыҡ уйын ҡоралдары оркестрына ҡушылып уйнаясаҡ. Оркестрҙың художество етәксеһе һәм баш дирижеры – Башҡортостандың атҡаҙанған артисы, Ш. Бабич исемендәге Дәүләт йәштәр премияһы лауреаты Линар Дәүләтбаев.
Марат Фәйзуллин – Taturas, "Zainetdin" этно проекты, "Uzoritsa" этно төркөмө, Башҡортостандың атҡаҙанған артистары Илнур Хәйруллин һәм Азат Биксурин, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Артур Ғайсаров һәм филармония солистарының сығыштары күркәм сараның тәүге көнөн биҙәһә, икенсе көнөндә донъя кимәлендә танылған артистар ҡатнашлығында Гала-концерт планлаштырылған: Мәскәү һорнайсылар оркестры етәксеһе Артемий Воробьев, Санкт-Петербургтан Аргишти (дудук), Ҡалмыҡ Республикаһынан Баир (лимба), Ирандан күп төрлө музыка ҡоралдарында уйнаусы оҫта Хамид Реза Даду кеүек сәхнә йондоҙҙарының сығыштары бер кемде лә битараф ҡалдырмаҫ, тип ышанабыҙ.
Билеттар филармония кассаһында һәм сайтында һатыла. “Пушкин картаһы” ғәмәлдә.
Фото: Башҡорт дәүләт филармонияһының рәсми сайтынан.