+17 °С
Облачно
Һуңғы яңылыҡтар
13 Сентября 2022, 03:15

«Башинформ» «Ярҙам — изге эштәр мәле» тигән яңы проект башлай

«Башинформ» агентлығы Башҡортостан Республикаһының «Маҡсат» башҡорт йәштәре хәрәкәте» төбәк йәмәғәт ойошмаһы менән берлектә «Ярҙам  — изге эштәр мәле» тигән яңы проект башлай.

Добавить в предпочтительные источники Google
«Башинформ» «Ярҙам — изге эштәр мәле» тигән яңы проект башлай«Башинформ» «Ярҙам — изге эштәр мәле» тигән яңы проект башлай
«Башинформ» «Ярҙам — изге эштәр мәле» тигән яңы проект башлай

«Башинформ» агентлығы Башҡортостан Республикаһының «Маҡсат» башҡорт йәштәре хәрәкәте» төбәк йәмәғәт ойошмаһы менән берлектә «Ярҙам  — изге эштәр мәле» тигән яңы проект башлай.

«Маҡсат» йәштәр хәрәкәте менән бергә ойошторолған проекттың маҡсаты билдәле, аңлайышлы һәм изге, — ти «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының баш мөхәррире Руслан Шәрәфетдинов. — «Ярҙам — изге эштәр мәле» рубрикаһында беҙ көн дә изгелек ҡылған ябай кешеләр хаҡында һөйләмәксебеҙ».

Тирә-йүндә файҙалы ғәмәлдәр башҡарған кешеләр бик күп. Кемдер үҙ көсө менән ташландыҡ спорт залын ремонтлай һәм унда бокс секцияһын асып ебәрә, кемдер балаларға боҙ һырғалағы яһай, ә кемдер коляскалы инвалидтарға дауаханаға барырға ярҙам итә, оло йәштәге күршеләренә аҙыҡ-түлек илтә. Улар үҙҙәре иһә быны ғәҙәти эш тип һанай, ошо изге ғәмәлдәрҙе ихлас күңелдән башҡара, алмашҡа бер ни ҙә көтмәй, ниндәйҙер данға, билдәлелеккә иҫәп тотмай. Яңы проект бына шундай кешеләр менән таныштырасаҡ та инде.

Геройҙарға «Ярҙам — изге эштәр мәле» проектының дипломы һәм йөрәк рәүешендәге миҙалы тапшырыласаҡ.

Автор:
Читайте нас