

«Шүлгәнташ» музей комплексы хеҙмәткәрҙәре «Батырҙар тураһында эпос» китабын һанлаштырған.
Хәҙер уны киң ҡатлам уҡыусылары уҡый ала, тип хәбәр итә Күсемһеҙ мәҙәни мираҫ объекттарын һаҡлау һәм файҙаланыу буйынса ғилми-етештереү үҙәгенең матбуғат хеҙмәте.
Фольклорсы Мөхәмәтша Буранғоловтың баҫмаһының тиражы 1940 йылдарҙа тулыһынса юҡҡа сығарылған. Ул саҡта хаталарын төҙәтеү өсөн баҫылған бер нисә китап ҡына һаҡланған. Корректорҙарҙан «110 бит, яңынан баҫырға. 63-сө, 65-се, 166-сы һәм 190-сы биттәрҙәге хаталарҙы төҙәтергә» тигән яҙыу ҡалған.
Китапта «Аҡбуҙат» эпосы, «Мәргән менән Маянһылыу», «Ҡараһаҡал», «Юлай менән Салауат» легендалары бар.
Китаптың электрон вариантын бында күсереп алырға мөмкин.