+10 °С
Ясно
Һуңғы яңылыҡтар
12 Сентября 2022, 09:52

Башҡортостан спортсыһы донъя чемпионы исемен яуланы

8-11 сентябрҙә Наманганда уҙған ярышта Башҡортостан көрәшсеһе өсөнсө тапҡыр донъя чемпионы исеменә лайыҡ булды.

Добавить в предпочтительные источники Google
Башҡортостан спортсыһы донъя чемпионы исемен яуланыБашҡортостан спортсыһы донъя чемпионы исемен яуланы
Башҡортостан спортсыһы донъя чемпионы исемен яуланы

Туймазы спортсыһы Рәзил Шәбиев Үзбәкстан кубогында билбау көрәше буйынса донъя чемпионы булды. Был турала социаль селтәрҙә район хакимиәте башлығы Айҙар Суфиянов хәбәр итте. 8-11 сентябрҙә Наманганда уҙған ярышта Башҡортостан көрәшсеһе өсөнсө тапҡыр донъя чемпионы исеменә лайыҡ булды.

Чемпионатта Грузия, Бельгия, Иран, Рәсәй, Пакистандан, Ҡытай, Италия, Төркиә, Камерун, Бразилия, Молдова, Һиндостан, Монголия, Латвия, Эстони, Ҡаҙағстан һәм Тажикстан спортсылары ҡатнашты.  Ир-егеттәр – һигеҙ, ҡатын-ҡыҙҙар биш ауырлыҡ категорияһында көс һынашты.

Сығанаҡ: https://www.bashinform.ru/news/sport/2022-09-12/sportsmen-iz-bashkirii-zavoeval-titul-chempiona-mira-po-borbe-kuresh-2944706

 

Автор:
Читайте нас