

ойошторҙолар.
Сара, ауыл, район сиктәренән сығып, республика кимәленә тиклем күтәрелде, тип тә әйтергә мөмкин. Унда Өфө, Салауат ҡалаларынан, Мәләүез районы һәм башҡа тарафтарҙан ҡунаҡтар, Башҡортостан урман хужалығы министры урынбаҫары Илгиз Фәтҡуллин ҡатнашты. Байрамды «Арғымаҡ» этно-рок төрөкөмө солисы Ринат Рамаҙановтың, Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың халыҡ артисы Фидан Ғафаровтың сығыштары биҙәне.
Үтәгәндәр ҡабаҡты Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында күпләп үҫтерә башлай. Был йәшелсә байтаҡ кешене аслыҡтан алып ҡала.
Әйткәндәй, быйыл Үтәгәндә иң ҙур ҡабаҡты – ул 30 килограммдан ашыу тартҡан – Гөлгөнә менән Заһир Батталовтар үҫтергән.
Фотолар Айрат Искәндәров сәхифәһенән алынды.