-2 °С
Ясно
Һуңғы яңылыҡтар
9 Сентября 2022, 08:30

Табиптарҙың йәнә бер бригадаһы Луганск Республикаһына юлланды

Өфө табиптары кисә Луганск Халыҡ Республикаһына юл тотто. Улар Красный Луч ҡалаһында вахта менән эшләгән хеҙмәттәштәрен алмаштыра, тип хәбәр иттеләр Башҡортостан Һаулыҡ һаҡлау министрлығынан.

Добавить в предпочтительные источники Google
Табиптарҙың йәнә бер бригадаһы Луганск Республикаһына юлландыТабиптарҙың йәнә бер бригадаһы Луганск Республикаһына юлланды
Табиптарҙың йәнә бер бригадаһы Луганск Республикаһына юлланды

Өфө табиптары кисә Луганск Халыҡ Республикаһына юл тотто. Улар Красный Луч ҡалаһында вахта менән эшләгән хеҙмәттәштәрен алмаштыра, тип хәбәр иттеләр Башҡортостан Һаулыҡ һаҡлау министрлығынан.

Ғ. Ҡыуатов исемендәге Республика клиник дауаханаһы һәм Республика балалар клиник дауаханаһы хеҙмәткәрҙәренән торған был бригадала оториноларинголог, эндокринолог, офтальмолог, травматолог-ортопед, хирург, акушер-гинеколог, функциональ диагност һәм УЗИ-диагност, шулай уҡ урта медицина белемле белгестәр бар.

Командировка алдынан белгестәр менән хәүефһеҙлек техникаһы, эпидемик һәм шәхси хәүефһеҙлек буйынса инструктаж үткәрелгән.

Бына бер нисә ай инде Башҡортостан табиптары туғандаш республика халҡына медицина ярҙамы күрһәтә. Әле Красный Луч ҡала поликлиникаһында 14 табибыбыҙ эшләй, улар балалар һәм ололар бүлектәрендә ҡабул итә.

Фото БР Һаулыҡ һаҡлау министрлығы сайтынан.

Автор:Альмира Кирәева
Читайте нас