+5 °С
Облачно


Республикала һуңғы тәүлектә коронавирус инфекцияһы 482 сырхауҙа билдәләнгән. Пандемия башланғандан алып вирус йоҡтороусыларҙың дөйөм һаны 302 859 булып китте.
Бөгөнгө көндә 227 ауырыу дауаханала ята, өсәүһе яһалма һулыш аппаратына тоташтырылған. Амбулатор шарттарҙа дауаланыусылар – 2 630.
Аҙаҡҡы 24 сәғәттә 319 кеше инфекциянан һауыҡҡан. Шөкөр, үткән тәүлектә мәкерле сирҙән вафат булыусылар юҡ.
Башҡортостанда ковидҡа ҡаршы вакцинация әүҙем дауам итә: әле прививканың беренсе компонентын яһатыусылар – 3 242 891, икенсеһен дә эшләтеүселәр – 2 978 591.
Фото “Башинформ”дан алынды.