+24 °С
Облачно
Һуңғы яңылыҡтар
9 Сентября 2022, 08:32

Радий Хәбиров Салауат районында башҡорт милли кейемдәре теккән оҫта менән таныштырҙы

Гөлдәр Шәрәфетдин ҡыҙы Шәбиева байтаҡ йылдар боронғо башҡорт костюмдары тегә, биҙәүестәр эшләй.

Радий Хәбиров Салауат районында башҡорт милли кейемдәре теккән оҫта менән таныштырҙыРадий Хәбиров Салауат районында башҡорт милли кейемдәре теккән оҫта менән таныштырҙы
Радий Хәбиров Салауат районында башҡорт милли кейемдәре теккән оҫта менән таныштырҙы
«Һеҙҙе үҙ эшенең оҫтаһы булған һоҡланғыс ханым менән таныштырғым килә. Гөлдәр Шәрәфетдин ҡыҙы Шәбиева бына күп йылдар инде башҡорт костюмдары тегә, биҙәүестәр эшләй. Оҫтабикә аутентик материалдарҙы ғына ҡуллана. Әйтәйек, «сакома» селтәре — Эрмитаж коллекцияһынан XVIII быуат биҙәүесенең күсермәһе — 1718 йылда әйләнештән алынған тәңкәләр менән биҙәлгән. Шулай уҡ Гөлдәр Шәрәфетдин ҡыҙы ысын кәләбаш — ҡатын-ҡыҙҙарҙың шлемға оҡшаш һәм артҡы яғы арҡаға төшөп торған, тәңкәләр менән биҙәлгән баш кейемен дә тегә», — тип яҙҙы Радий Хәбиров социаль селтәрҙә.

Башҡортостан Башлығы республикала йәшәүселәрҙең барыһын да Гөлдәр Шәбиеваның этнографик музейына ла саҡырҙы.

«Экспозиция бик бай — костюмдарҙан тыш, унда йорт йыһаздары һәм кәрәк-яраҡтары, һирәк осраған әйберҙәр, балаҫтар бар. Салауат районында булһағыҙ, ошо музейға мотлаҡ инеп сығығыҙ. Һәммәгеҙҙе лә Милли кейем көнө менән!», — тип билдәләне Радий Хәбиров.

https://www.bashinform.ru/news/social/2022-09-09/radiy-habirov-rasskazal-o-shvee-bashkirskih-kostyumov-iz-salavatskogo-rayona-2941687

Автор:
Читайте нас