+9 °С
Облачно


Бөрйән районының Иҫке һәм Яңы Монасип ауылдары араһында күпер төҙөлә.
Урындағы халыҡ был мәсьәләне күптән күтәрә ине. Ул ниһайәт хәл ителә. Әле күперҙең балкаларын һала башлағандар. 40 тонна ауырлығындағы барлығы 30 ошондай ябыу һалынырға тейеш. Был эш тамамланһа, күперҙе сафҡа индереү оҙаҡҡа һуҙылмаҫ, тип уйларға ҡала.