

18 – 22 сентябрҙә Өфөлә тәүге тапҡыр “Транспорт һәм төҙөлөш” халыҡ-ара конгресы үтәсәк.
Ул Рәсәйҙең Транспорт, Төҙөлөш һәм торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлыҡтары ярҙамында Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте башланғысында “Киләсәк төҙөлөшө” паркы биләмәһендә (Сик урамы, 178) ойошторола.
Беларусь Республикаһы Халыҡ-ара конгрестың партнер иле булараҡ сығыш яһаясаҡ.
Сараға Рәсәй Хөкүмәтенән был тармаҡҡа ҡағылышы булған министрҙар, дәүләт корпорациялары етәкселәре, шулай уҡ Ҡаҙағстан, Үзбәкстан, Төркиә һәм Иран вәкилдәре саҡырылған.
Конгреста алдынғы девелоперҙар, эксперттар, төҙөлөш материалдары етештереүселәр, финанс секторы, Рәсәй һәм дуҫ илдәрҙең юл-транспорт тармағы компаниялары вәкилдәре инвестиция йәлеп итеү ҡеүәһен арттырыу өсөн ҡулай шарттар булдырыу, төбәк-ара һәм тармаҡ-ара бәйләнештәрҙе яйға һалыу мәсьәләләрен тикшерәсәк.
Сарала ҡатнашыусыларҙы һәм ҡунаҡтарҙы бер нисә көн дауамында бай эшлекле программа – ҙур сессиялар, “түңәрәк өҫтәл”дәр, килешеүҙәргә ҡул ҡуйыу, махсус майҙансыҡтарҙың эше көтә. Конгрестың көн тәртибенә - һанлаштырыу, үҫеш, импортты алмаштырыу, шулай уҡ яңы технологиялар ҡулланыу, көрсөккә ҡаршы саралар һәм иҡтисадтың төп тармаҡтарына булышлыҡ итеү программаларын тормошҡа ашырыу мәсьәләләре ингән.
Асыҡ майҙансыҡта “КАМАЗ”, “МАЗ”, “Амкадор”, “Дортрансстрой”, “Минск трактор заводы”, “ДЭП №103”, “Башкиравтодор”, “Башавтотранс”, “Уралмаш”, “Акрос БР” компанияларының махсус техникаһы күрһәтелә.
Өфөләрҙе һәм баш ҡала ҡунаҡтарын Өфөнөң 450 йыллығы уңайынан төҙөлгән объекттар менән таныштырасаҡтар. 120 мең квадрат метрҙан ашыу майҙанда пилотһыҙ осоу аппараттары, яңы биҫтәләр, ретроавтомобилдәр күргәҙмәһе, гастро-фестиваль, тантаналар, байрам концерты иғтибарға тәҡдим ителәсәк.
Сара Нефтекамала “НефАЗ” йәмғиәтенең 45 йыллығына арналған байрам менән тамамлана.