+2 °С
Ясно


Иртәгә, 10 сентябрҙә, Өфөлә дөйөм ҡала өмәһе үтә.
«2 октябргә тиклем дауам иткән санитар айлыҡтың тәүге яртыһы башлыса ҡала биләмәһен йыйыштырыуға, ә икенсеһе ихаталарҙы, урамдарҙы, парктарҙы йәшелләндереүгә һәм урмандарҙы тергеҙеүгә арнала», — тип белдерәләр ҡала хакимиәтендә.
Шәмбе өмәһендә, ғәҙәттәгесә, Өфөнөң торлаҡ-коммуналь хужалыҡ хеҙмәткәрҙәре ҡатнаша. Тыуған ҡалаһының биләмәһен таҙартыуға үҙ өлөшөн индерергә теләгән өфөләр, предприятиеларҙың, ойошмаларҙың хеҙмәт коллективтары саҡырыла.