+9 °С
Ясно
Һуңғы яңылыҡтар
8 Сентября 2022, 03:30

Премияға дәғүәселәр исемлеге билдәләнде

Башҡортостан Башлығы ҡарамағындағы Салауат Юлаев исемендәге әҙәбиәт, сәнғәт һәм архитектура өлкәһендәге 2022 йыл дәүләт премиялары буйынса комиссияның беренсе ултырышы үтте, тип яҙа “Башинформ” мәғлүмәт агентлығы.

Добавить в предпочтительные источники Google
Премияға дәғүәселәр исемлеге билдәләндеПремияға дәғүәселәр исемлеге билдәләнде
Премияға дәғүәселәр исемлеге билдәләнде

Башҡортостан Башлығы ҡарамағындағы Салауат Юлаев исемендәге әҙәбиәт, сәнғәт һәм архитектура өлкәһендәге 2022 йыл дәүләт премиялары буйынса комиссияның беренсе ултырышы үтте, тип яҙа “Башинформ” мәғлүмәт агентлығы.

“Премияға тәҡдим ителгән әҫәрҙәр йәмғиәткә билдәле һәм таныш, йәмәғәт әһәмиәтенә эйә булырға тейеш. Был йәһәттән комиссия ағзалары менән Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығына телевидение, гәзит биттәрендә фекер алышыуҙар ойоштороу, дәғүәселәргә үҙ эштәре менән таныштырыу өсөн ваҡыт биреү тәҡдиме менән сыҡтыҡ.

Һәр кемде фекер алышыуҙа әүҙем ҡатнашырға һәм 2022 йылда Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһына дәғүә итеүселәр исемлеген тәҡдим итәм”, - тип белдерҙе Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министрының беренсе урынбаҫары Азат Бадранов.

Дәғүәселәр исемлеге:

  1. Юлдашева Тамара Ишбулды ҡыҙы "Тимер быуат", "Рух көмбәҙе: поэма, шиғырҙар, тәржемәләр", "Һайланма әҫәрҙәр: шиғырҙар, поэмалар" йыйынтыҡтары өсөн.
  2. Бәширов Йәдкәр Әхәт улы "Урал һәм Волга буйы халыҡтары тарихына яңы ҡараш", "Бөйөк Башҡортостан. Халыҡтар: этник тамырҙар, формалашыу һәм үҫеш", "Боронғо башҡорттар. Тарихи мәғлүмәттәр", "Ҡол Ғәле һәм башҡорт халҡы мәҙәниәте тураһында", "Башҡорт хан. Урта быуат хандары" китаптары өсөн.
  3. Ғәлимов Флүр Миңшәриф улы "Генерал Шайморатов" тарихи романы өсөн.
  4. Сәфәрғолова Наилә Абдулхай ҡыҙы “Йөрәк һүҙе” проекты өсөн.
  5. Әлибаев Рөстәм Илдар улы, Аҡтуғанов Илфат Рәүеф улы, Тажетдинова Гөлфиә Нур ҡыҙы Башҡортостан Республикаһының Бөрйән районында "Шүлгәнташ" тарихи-мәҙәни музей комплексы экспозицияһы проекты өсөн.
  6. Батталова Гәүһәр Тимерхан ҡыҙы, Ғатауллин Урал Миңнизар улы, Арыҫланова Әлфиә Басир ҡыҙы илдең күренекле шәхестәре тураһындағы "Минең исемем — Салауат", "Һайланған яҙмыш" документаль фильмдар серияһы өсөн.
  7. Бураҡаева Зөһрә Диҡҡәт ҡыҙы, Кәбиров Артур Зиннур улы, Низаметдинов Рәйес Йәүҙәт улы "Салауат вариҫтары сигенмәйәсәк" пьесаһы өсөн.
  8. Нәзиуллин Артур Искәндәр улы, Крюков Дмитрий Сергеевич "Заһир Исмәғилев мираҫының алтын биттәре" проекты өсөн”.
Автор:
Читайте нас