

9-18 сентябрҙә Малайзияла "Мисс Азия–2022" халыҡ-ара матурлыҡ конкурсы ойошторола. Конкурста төрлө илдәрҙән 45 ҡыҙ ҡатнаша. Башҡортостан Республикаһынан "MissBash Models" агентлығы моделе Гөлфинә Вәлиева сығыш яһай. Ҡыҙға 25 йәш, ул Урман хужалығы министрлығында эшләй. Сығышы менән Бөрйән районынан.
– Был конкурста Башҡортостан өсөнсө тапҡыр сығыш яһай һәм яҡшы һөҙөмтәләр күрһәтә. 2017 йылда ул "MissBash Models" моделе Регина Мөхәмәҙиева 1-се вице-Мисс Азия исемен алды, ә 2018 йылда Рената Нәҙершина тәүге унау иҫәбенә инде, – тип хәбәр итте модель агентлығы етәксеһе Луиза Закирйәнова.
Сығанаҡ: “Башинформ”.