+10 °С
Ясно
Һуңғы яңылыҡтар
7 Сентября 2022, 10:10

Бөрөлә яңы поликлиника асылды

Бөрө ҡалаһында 54 мең кешене, шул иҫәптән 13 мең баланы хеҙмәтләндереүгә иҫәпләнгән яңы поликлиника асылды.

Добавить в предпочтительные источники Google
Бөрөлә яңы поликлиника асылдыБөрөлә яңы поликлиника асылды
Бөрөлә яңы поликлиника асылды

Бөрө ҡалаһында 54 мең кешене, шул иҫәптән 13 мең баланы хеҙмәтләндереүгә иҫәпләнгән яңы поликлиника асылды. Бина дүрт ҡатлы, унда өлкәндәр һәм балалар бүлексәләренә инеү урындары айырым, уңайлы лифттар ҡуйылған, мөмкинлектәре сикле пациенттар өсөн уңайлы мөхит булдырыу хаҡында хәстәрлек күргәндәр. Дөйөм майҙаны 7718,8 квадрат метр тәшкил итә.

«Поликлиникала заманса эндоскопия, офтальмология ҡорамалдары, УЗИ аппараттары, үҙенең лабораторияһы бар. Бында оҫта табиптар һәм шәфҡәт туташтары эшләй», – тип яҙҙы Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙәге сәхифәһендә.

Республика адреслы инвестиция программаһы буйынса поликлиниканы төҙөүгә 797,3 миллион һум тотонолған. Шуның 460,3 миллион һумы – федераль бюджет аҡсаһы.

Республика хөкүмәте бойороғо менән быйыл март айында ҡорамалдар һәм йыһаздар һатып алыуға 86 миллион һум бүленгән.

Сығанаҡ: “Башинформ”.

Автор:
Читайте нас