+9 °С
Ясно


Быйыл ауыл эшсәндәре өсөн йыл уңышлы килде.
Республика Башлығы Радий Хәбиров билдәләүенсә, бөгөнгө көнгә ҡарата йыйып алынған ашлыҡ дүрт миллион тоннанан ашҡан.
– Әлегә игендең 80 проценттан күберәге йыйылған. Быйыл һөҙөмтәләр яҡшы, һауа торошо ла һәйбәт булды – һәр гектар 29 центнер төшөм бирә. Ямғыр ваҡытында уңыш йыйыу, әлбиттә, ауырыраҡ буласаҡ. Әммә мин һеҙҙең көскә ышанам, ауыл эшсәндәре мөмкин булғандың барыһын да эшләйәсәк. Бөтәһенә лә уңыштар теләйем, – тип яҙа Республика Башлығы социаль селтәрҙәге үҙенең сәхифәһендә.