+1 °С
Облачно


Республикала бер аҙна эсендә ковид йоҡтороусылар 32 процентҡа артҡан. Был турала Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә һаулыҡ һаҡлау министры Айрат Рәхмәтуллин белдерҙе.
Уҙған тәүлектә вирус 469 ауырыуҙа асыҡланған. 6 сентябргә ҡарата инфекция йоҡтороусыларҙың дөйөм һаны 301 427 еткән.
Бөгөнгө көндә стационарҙарҙа коронавирусҡа ҡаршы көрәшеүселәр – 249, уларҙың 174-е – 60 йәштән өлкәнерәк. Өйҙәрендә дауаланыусылар – 2 381.
Фото "Башинформ"дан алынды.