-2 °С
Ясна


«Авиалесоохрана » федераль бюджет учреждениеһында белдереүҙәренсә, 2022 йылдың сентябрендә лә Башҡортостан урмандарында юғары янғын хәүефе һаҡлана.
Волга буйы федераль округы субъекттарының күрше биләмәләренә: Ырымбур өлкәһенә, Пермь крайының көньяғына, Татарстандың һәм Һамар өлкәһенең көнсығышына ла хәүеф янай. Был күҙаллау Рәсәй Гидрометүҙәге мәғлүмәттәре буйынса әҙерләнгән.