+17 °С
Облачно


Республикала тәүлек эсендә коронавирус йоҡтороусылар 464-кә артып, йәмғеһе 300 958-гә еткән, тип хәбәр итә Башҡортостан Һаулыҡ һаҡлау министрлығы.
Әлеге ваҡытта республика дауаханаларында 263 сырхау ята, амбулатор шарттарҙа дауаланыусылар – 2 524. Үткән тәүлектә 444 кеше ауыр инфекциянан һауығыуға өлгәшкән. Унан сәләмәтләнеүселәр йәмғеһе – 292 385.
Аҙаҡҡы 24 сәғәттә ковидтан үлеү осраҡтары теркәлмәгән, тип билдәләйҙәр министрлыҡта.
Республикала ковидҡа ҡаршы вакцинация әүҙем бара. Прививканың беренсе компонентын яһатыусылар – 3 215 701, икенсеһен дә ҡаҙатыусылар – 2 947 496.