-3 °С
Облачно
Һуңғы яңылыҡтар
5 Сентября 2022, 05:11

Баш ҡалала "Әбейҙәр сыуағы"

Баш ҡалала  “Әбейҙәр сыуағы”...   8 сентябрь сәғәт киске 6 - ла “Родина” кинотеатрында беренсе тапҡыр тулы метражлы “Әбейҙәр сыуағы” нәфис фильмы күрһәтеләсәк. Был фильм Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы, күренекле драматург Флорид Бүләковтың иң билдәле спектаклдәренең береһе буйынса төшөрөлгән. Таҫма башҡорт телендә рус теленә тәржемә менән ике сәғәт дауамында бара . “Әбейҙәр сыуағы”кинотаҫмаһы  – комедия ҡатыш драма. Сюжет нигеҙендә – дүрт яңғыҙ әбейҙең ҡарттар йортондағы тормошо һүрәтләнә. Бәлки, улар шунда һуңғы көндәренә тиклем тыныс ҡына йәшәп ятырҙар ине, әгәр ҙә яндарына бер көнгә генә Абдулла исемле ҡарт ҡунырға ҡалмаһа. Ошо мәлдә башлана ла инде һәр ҡарсыҡтың үҙ “әбейҙәр сыуағы”...

Добавить в предпочтительные источники Google
Баш ҡалала  "Әбейҙәр сыуағы"Баш ҡалала  "Әбейҙәр сыуағы"
Баш ҡалала "Әбейҙәр сыуағы"

Төп ролдәрҙә театр сәнғәтенең аҡһаҡалдары, профессиональ артистар – БР-ның халыҡ артистары Рим Әминев, Гөлшат Зыязетдинова, Венера Хәсәнова; БР - ның атҡаҙанған артисткаһы  Гөлнур Йәнбирҙина, БР-ның атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Зөһрә Әминева һ.б.ҡатнаша.

 

Фильмдың  режиссеры – Рәсәй театр эшмәкәрҙәре союзы ағзаһы Рауил Хәкимов, композиторы  – Башҡортостандың  атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре  Илшат Яхин.  

 

Алтын көҙҙөң  “Әбейҙәр сыуағы”на рәхим итегеҙ, дуҫтар!

Автор:Айзилә Мортаева
Читайте нас