-4 °С
Ясно


4 сентябрҙә VIII Өфө халыҡ-ара марафонына бәйле баш ҡаланың ҡайһы бер урамдарында транспорт йөрөү сикләнә.
Хәрәкәт 3 сентябрҙә 12.00 сәғәттән 24.00 сәғәткә тиклем Зәки Вәлиди урамының Карл Маркс урамынан Совет урамына тиклемге участкаһы буйлап машиналар йөрөй алмаясаҡ. 4 сентябрҙә иртәнге 7-нән 15 сәғәт 30 минутҡа ҡәҙәр Зәки Вәлиди, Мәжит Ғафури, Пушкин, Карл Маркс, Ленин, Революция, Мостай Кәрим, Достоевский, Коммунистик, Чернышевский, Крупская, Киров, Театр урамдары буйынса транспорт йөрөүе сикләнә.