+12 °С
Облачно


Хәйбулла районының Аҡъяр ауылында бассейн төҙөлөшө аҙағына яҡынлаша.
Әлеге көндә уның эске яғында биҙәү эштәре тамамланыуға бара, тирә-яғы төҙөкләндерелә.
Төҙөлөш 779 квадрат метр майҙан тәшкил итә. Бассейн бинаһының беренсе ҡатында кабинеттар, гардероб, инструкторҙар, тренерҙар, персонал бүлмәһе, сисеп-кейенеү урындары, санузел, душ урынлашҡан. Бассейндың оҙонлоғо 25 метр, арҡырыға 8,5 метер, тәрәнлеге 1,2-1,8 метр.