-2 °С
Ясно
Һуңғы яңылыҡтар
2 Сентября 2022, 08:52

Башҡортостан Республикаһының яңы вице-премьеры тәғәйенләнде

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Александр Шельдяевты Башҡортостан Республикаһы премьер-министры урынбаҫары — сәнәғәт, энергетика һәм инновациялар министры итеп тәғәйенләү тураһындағы указға ҡул ҡуйҙы.

Добавить в предпочтительные источники Google
Башҡортостан Республикаһының яңы вице-премьеры тәғәйенләндеБашҡортостан Республикаһының яңы вице-премьеры тәғәйенләнде
Башҡортостан Республикаһының яңы вице-премьеры тәғәйенләнде

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Александр Шельдяевты Башҡортостан Республикаһы премьер-министры урынбаҫары — сәнәғәт, энергетика һәм инновациялар министры итеп тәғәйенләү тураһындағы указға ҡул ҡуйҙы. Тейешле документ республиканың хоҡуҡи мәғлүмәт интернет-порталында баҫылған.

Република етәксеһенең бойороғона ярашлы, хәҙер Александр Шельдяев фәнни-технологик үҫеш, фәнде, сәнәғәтте һәм бизнесты интеграциялау, юғары технологиялы продукция етештереү, яһалма интеллект өлкәһендәге асыштар, шулай уҡ Евразия ғилми-белем биреү үҙәге менән үҙ-ара эш итеү эше өсөн яуап бирә.

Бынан тыш, Башҡортостан вице-премьеры сәнәғәт, энергетика, фәнни-техник һәм инновация эшмәкәрлеге, инновациялар өлкәһендә инвестиция эшмәкәрлеге, инновация производстволарын һәм профилле предприятиеларҙы үҫтереү мәсьәләләре өсөн яуаплы.

https://www.bashinform.ru/news/politics/2022-09-02/novomu-vitse-premieru-bashkirii-opredelili-krug-obyazannostey-2932215

Автор:
Читайте нас