+10 °С
Ясно
Һуңғы яңылыҡтар
2 Сентября 2022, 04:00

2023 йылдың тәүге яртыһына матбуғатҡа яҙылыу башланды

1 сентябрҙә киләһе йылдың тәүге яртыһына гәзит-журналдарға яҙылыу башланды. Матбуғатҡа Рәсәй почтаһы сайтында, мобиль ҡушымтала, шулай уҡ почта бүлексәһендә һәм өйҙә почтальон ярҙамында, редакцияға килеп тә яҙылырға мөмкин.

Добавить в предпочтительные источники Google
2023 йылдың тәүге яртыһына матбуғатҡа яҙылыу башланды2023 йылдың тәүге яртыһына матбуғатҡа яҙылыу башланды
2023 йылдың тәүге яртыһына матбуғатҡа яҙылыу башланды

1 сентябрҙә киләһе йылдың тәүге яртыһына гәзит-журналдарға яҙылыу башланды. Матбуғатҡа Рәсәй почтаһы сайтында, мобиль ҡушымтала, шулай уҡ почта бүлексәһендә һәм өйҙә почтальон ярҙамында, редакцияға килеп тә яҙылырға мөмкин.

Бынан тыш, һәр кем, «Изгелек ағасы» федераль программаһы бүлегендә йәки почта бүлексәһендә социаль учреждениеларға гәзит-журналдар яҙҙырып, бүләк итә ала.

“Башҡортостан ҡыҙы” журналы үҙ уҡыусыларына алдағы ярты йылда ла сағыу һәм ҡыҙыҡлы мәҡәләләр, фәһемле яҙмалар, файҙалы кәңәштәр тәҡдим итәсәк.

Журнал биттәрендә “Арҙаҡлы ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙ”, “Әсәйҙәр һәм ҡыҙҙар”, “Яҙмыштарҙан көслөрәк”, “Аһ, был ҡатын-ҡыҙ!” һәм башҡа рубрикалар аҫтында ил инәләре, заман һылыуҙары, үҙ һөнәре оҫталары, яҙмыш һынауҙары аша үтеп, үҙ бәхетен тапҡан ҡатын-ҡыҙҙар тураһында, мауыҡтырғыс бүтән темаларға мәҡәләләр табырһығыҙ.

“Башҡортостан ҡыҙы”на ярты йылға яҙылыу хаҡы – 684 һум 96 тин.

Бергә булдыҡ, ошо ябай булмаған осорҙа ла бергә ҡалайыҡ, дуҫтар!

Автор:Рәсүл Байгилдин
Читайте нас