+9 °С
Облачно
Һуңғы яңылыҡтар
2 Сентября 2022, 11:25

16 ауырыуҙың хәле ауыр

Башҡортостан Һаулыҡ һаҡлау министрлығы мәғлүмәттәре буйынса, үткән тәүлектә коронавирус 442 сырхауҙа асыҡланған (кисә иһә улар 432 ине). Республикала инфекция йоҡтороусыларҙың дөйөм һаны 299,6 меңгә яҡын.

Добавить в предпочтительные источники Google
16 ауырыуҙың хәле ауыр16 ауырыуҙың хәле ауыр
16 ауырыуҙың хәле ауыр

Башҡортостан Һаулыҡ һаҡлау министрлығы мәғлүмәттәре буйынса, үткән тәүлектә коронавирус 442 сырхауҙа асыҡланған (кисә иһә улар 432 ине). Республикала инфекция йоҡтороусыларҙың дөйөм һаны 299,6 меңгә яҡын.

Әлеге ваҡытта 252 ауырыу ковидҡа ҡаршы стационарҙа дауа ала. 16-һының хәле ауыр, икәүһен яһалма һулыш аппаратына тоташтырғандар. 2,1 меңдән ашыу сирле амбулатор шарттарҙа дауалана.

Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, һуңғы тәүлектә коронавирустан бер яҡташыбыҙҙың ғүмере өҙөлгән. Пандемия башланғандан алып вирустан вафат булыусылар – 5 786, уларҙың 4 899-ы – өлкән йәштәгеләр.

Фото "Башинформ"дан алынды.

 

Автор:Альмира Кирәева
Читайте нас