

Сибай карьерын рекультивациялау эштәре өҫтөнлөклө инвестицион проекттар исемлегенә ингән.
Уны «Гео Генезис» компанияһы әҙерләгән. Планға ярашлы, инвестиция күләме 1,3 млрд һумды тәшкил итә. Проект уңышлы бойомға ашырылһа, 100 яңы эш урыны булдырыласаҡ.
Эксперттар билдәләүенсә, проект Урал аръяғы экологияһы өсөн бик мөһим. Рекультивация барышында боҙолған ер майҙаны, техноген янғындар хәүефе кәмейәсәк.
Шулай уҡ унда тау сәнәғәте ҡалдыҡтарынан файҙалы компонентарҙы алыу, ҡалдыҡтарҙы эшкәртеү производствоһы төҙөү ҙә ҡарала.
«Гео Генезис» компанияһы үҙ технологияһын Учалы карьерын рекультивациялауҙа ҡулланған. Рәсәйҙең башҡа төбәктәрендә, шулай уҡ Ҡаҙағстанда, Үзбәкстанда уңышлы һөҙөмтәләргә өлгәшкән.