

Башҡортостанда биш һәм унан да күберәк бала тәрбиәләгән 26 ҡатын-ҡыҙға «Әсәлек даны» миҙалы тапшырыласаҡ. Республика Башлығының тейешле указы рәсми хоҡуҡи мәғлүмәт порталында баҫылған.
Улар араһында Асҡын, Баймаҡ, Балтас, Краснокама, Көйөргәҙе, Миәкә, Нуриман, Стәрлебаш, Учалы, Хәйбулла райондары, Сибай һәм Өфө ҡалалары вәкилдәре бар.
1998 йылда булдырылған миҙалға һигеҙ меңдән ашыу әсә лайыҡ булған. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, «Әсәлек даны» миҙалы менән бүләкләнгән күп балалы әсәләргә бер тапҡыр 50 мең һум аҡса бирелә. Быға тиклем миҙал менән бүләкләнгәндәр өсөн әлеге түләүҙең күләме 17 241 һум ине.
Сығанаҡ: “Башинформ”.