+10 °С
Ясно
Һуңғы яңылыҡтар
1 Сентября 2022, 10:52

250 сырхау – стационарҙа, ике меңдән ашыуы өйөндә дауалана

Башҡортостан Һаулыҡ һаҡлау министрлығы хәбәр итеүенсә, пандемия башланғандан алып республикала ковид йоҡтороусылар 299 148-гә еткән. Аҙаҡҡы тәүлектә коронавирус инфекцияһы диагнозы 432 ауырыуға ҡуйылған.

Добавить в предпочтительные источники Google
250 сырхау – стационарҙа, ике меңдән ашыуы өйөндә дауалана250 сырхау – стационарҙа, ике меңдән ашыуы өйөндә дауалана
250 сырхау – стационарҙа, ике меңдән ашыуы өйөндә дауалана

Башҡортостан Һаулыҡ һаҡлау министрлығы хәбәр итеүенсә, пандемия башланғандан алып республикала ковид йоҡтороусылар 299 148-гә еткән. Аҙаҡҡы тәүлектә коронавирус инфекцияһы диагнозы 432 ауырыуға ҡуйылған.

Бөгөнгө көндә дауаханаларҙа 250 сырхау яһил сиргә ҡаршы көрәшә. Амбулатор шарттарҙа дауаланыусылар – 2 009. Тәүлек эсендә 625 кеше инфекциянан сәләмәтләнгән. Унан һауығыусыларҙың дөйөм һаны – 291 104.

Һуңғы 24 сәғәттә коронавирустан вафат булыусылар юҡ, тип билдәләй табиптар. Республикала зәһәр вирустан өҙөлгән ғүмерҙәр 5 785 иҫәпләнә.

Фото "Башинформ"дан алынды.

 

Автор:Альмира Кирәева
Читайте нас