

Хәйбулла районының Маҡан ауылында капиталь ремонттан һуң яңыртылған мәктәп үҙ ишектәрен аса.
Уҡырға килгән ҡыҙҙар һәм малайҙарҙы тулыһынса яңыртылған, сағыу, заманса мәктәп ҡаршы ала, сөнки элекке бинанан стеналар ғына ҡалған, тип әйтергә мөмкин.
1961 йылда төҙөлгән мәктәп күптән ремонтҡа мохтаж ине. Бина һыуыҡ булған, капиталь ремонт үткәрелмәгән, электр уты селтәре, елләтеү системаһы ла иҫкергән. Класс бүлмәләре санитария-гигиена талаптарына яуап бирмәгән. Федераль ҡаҙнанан бүленгән аҡсаға фасад йүнәтелгән, ҡыйыҡ, тәҙрәләр өлөшләтә алмаштырылған, иҙәндәр, түшәмдәр ремонтланған, биҙәкләү эштәре башҡарылған, электр менән тәьмин итеү системаһы монтажланған, елләтеү системаһы ҡоролған, һыу һәм канализация селтәре, ишектәр яңыртылған. Бөтә эштәр ҙә этап буйынса, уҡыу процесына ҡамасауламай башҡарылған.
Бинаны ремонтлауҙан тыш, йыһазландырыуға ла аҡса бүленгән: парталар, ултырғыстар, йомшаҡ мебель, ашхана өсөн йыһаз, спорт ҡорамалдары, компьютерҙар, проектор һәм тормош хәүефһеҙлеге нигеҙҙәре кабинетына ҡорамалдар һатып алынған. Бер һүҙ менән әйткәндә, балалар көн һайын мәктәпкә ҙур ҡыуаныс менән йөрөһөн өсөн хәҙер барлыҡ шарттар ҙа булдырылған.
Яңыртылған мәктәптең ишеген 1 сентябрҙә 111 уҡыусы асып инәсәк.