

Башҡортостан «Йәшел Рәсәй» өмәһендә ҡатнашырға әүҙем әҙерләнә.
Акция 3 сентябрҙән 1 октябргә тиклем ойошторола, тип хәбәр итәләр республика Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығының матбуғат хеҙмәтенән.
Бөтә Рәсәй өмәһе ике этапта уҙғарыла. Беренсе этапта, 3 сентябрҙән 17-нә ҡәҙәр, ҡала-ауылдар сүп-сарҙан таҙартыла. Һәр шәмбе, йәки 3, 10 һәм 17 сентябрҙә, муниципалитеттарҙа махсус ойошмаларҙы йәлеп итеп, беркетелгән биләмәләрҙә өмәләр үткәрелә, юлдар, парктар, скверҙар һәм ихаталар тәртипкә килтерелә.
24 сентябрҙән 8 октябргәсә «Йәшел Башҡортостан» акцияһы ойошторола. 24 сентябрь — Берҙәм көн.