+8 °С
Ясно


Башҡортостан Һаулыҡ һаҡлау министрлығы мәғлүмәттәре буйынса, һуңғы тәүлектә коронавирус 425 ауырыуҙа асыҡланған – республикала был сирҙе йоҡтороусылар арта бара.
Әлеге ваҡытта 1 944 сырхау өйөндә дауалана, 232-һе дауаханала ята. 16-һының хәле ауыр, ти табиптар, өсәүһе яһалма һулыш аппараты ярҙамында тын ала.
Уҙған 24 сәғәттә 181 яҡташыбыҙ коронавирустан һауыҡҡан. Шөкөр, аҙаҡҡы тәүлектә ковидтан үлеү осраҡтары булмаған.
Тәүлек эсендә республикабыҙҙа 14 609 кеше вакцина ҡаҙатҡан. Ә пандемия башланғандан алып прививканың ике компонентын да яһатыусылар – 2 925 443.