

ТАСС мәғлүмәт агентлығы белдереүенсә, 30 августың кисендә оҙайлы ауырығандан һуң элекке КПСС Үҙәк Комитетының генераль секретары, СССР-ҙың беренсе Президенты Михаил Горбачев арабыҙҙан китте.
Ул 1931 йылдың 2 мартында Ставрополь крайының Привольное ауылында тыуған. 1955 йылда Мәскәү дәүләт университетының юридик фатультетын ҡыҙыл дипломға тамамлай. 1971 йылда Үҙәк Комитет ағзаһы итеп һайлана.
Михаил Горбачев “үҙгәртеп ҡороу”ҙы башлай һәм уның идеологы булып тора.
1990 йылда Тыныслыҡ Нобель премияһына лайыҡ була.
Сәйәси карьераһы тамамланғас, ижтимағи эшмәкәрлек һәм яҙыусылыҡ менән шөғөлләнә.