+1 °С
Облачно
Һуңғы яңылыҡтар
31 Августа 2022, 03:35

Билдәле тарихсы эшен дауам итеп

Кисә "Торатау" конгресс-холында билдәле ғалим-тарихсы, профессор Әнүәр Әсфәндиәровтың иҫтәлегенә арналған "Ауыл тарихы - Башҡортостан тарихында" тыуған яҡты өйрәнеү проектының презентацияһы үтте.

Добавить в предпочтительные источники Google
Билдәле тарихсы эшен дауам итепБилдәле тарихсы эшен дауам итеп
Билдәле тарихсы эшен дауам итеп

Кисә "Торатау" конгресс-холында билдәле ғалим-тарихсы, профессор Әнүәр Әсфәндиәровтың иҫтәлегенә арналған "Ауыл тарихы - Башҡортостан тарихында" тыуған яҡты өйрәнеү проектының презентацияһы үтте.

Конференцияла ҡатнашыусыларҙы Башҡортостан Хөкүмәтенең беренсе вице-премьеры Азат Бадранов тәбрикләне. Ул, Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың командаһы республикабыҙҙың хәтер мәҙәниәтенә, мемориаль эшкә, тарихты өйрәнеүгә һәм һаҡлауға ҙур иғтибар бүлә, тине.

2019 йылдан был йүнәлештә республикала оҙайлы программа эшләй. Быйыл Шүлгәнташ музей комплексы асылһа, киләсәктә Күсмә цивилизациялар музейын булдырыу күҙ уңында тотола. "Ауыл тарихы – Башҡортостан тарихында" проекты һәм тыуған яҡты өйрәнеүселәргә күрһәтелгән ярҙам был эштең дауамы булып тора.

Проект сиктәрендә ауылдар тарихы буйынса "Башҡортостандың тораҡ пункттары" мәғлүмәт ресурсы булдырылған, шул уҡ исемдәге энциклопедия нәшер ителгән. Баҫмала ауылдарҙың тарихы системаға һалынған, аныҡланған, Башҡортостандың юғалған тораҡ пункттары тураһында мәғлүмәттәр мәңгеләштерелгән. Конференцияла ҡатнашыусылар билдәләүенсә, ауылдарҙың барлыҡҡа килеүе һәм тарихы даими иғтибар талап итә, сөнки халыҡты территориаль һәм этник яҡтан идентификациялау тап уға бәйле.

Энциклопедияны әҙерләүҙә республика райондары һәм башҡорттар күпләп йәшәгән Рәсәй субъекттарынан 300-ҙән ашыу кеше ҡатнашҡан.

Автор:
Читайте нас