+2 °С
Облачно
Һуңғы яңылыҡтар
31 Августа 2022, 04:05

“А-Кафе” урынында йорт төҙөү-төҙөмәүҙе суд хәл итәсәк

Торлаҡ комплексы төҙөлөшө билдәһеҙ ваҡытҡа кисектерелә.

Добавить в предпочтительные источники Google
“А-Кафе” урынында йорт төҙөү-төҙөмәүҙе суд хәл итәсәк“А-Кафе” урынында йорт төҙөү-төҙөмәүҙе суд хәл итәсәк
“А-Кафе” урынында йорт төҙөү-төҙөмәүҙе суд хәл итәсәк

Торлаҡ комплексы төҙөлөшө билдәһеҙ ваҡытҡа кисектерелә.

Өфө ҡалаһы хакимиәте Ер һәм мөлкәт мөнәсәбәттәре идаралығының был ер участкаһын файҙаланыуға рөхсәт биреүе тураһындағы ҡарарын ғәмәлгә яраҡһыҙ тип таныуҙы һорауға бәйле, Башҡортостан Республикаһы Арбитраж суды эште ҡарауҙы дауам итә. Яуап тотоусы – Башҡортостан Республикаһының Ер һәм мөлкәт мөнәсәбәттәре министрлығы.

“Проспект” махсус төҙөлөш ойошмаһы” йәмғиәте һүтелгән ресторан урынында торлаҡ комплексы төҙөүгә рөхсәтте 2019 йылда уҡ алған. Ә “А-Кафе”не емереү эштәре 2021 йылда ғына тамамлана. Әммә баш ҡала мэрияһы, төҙөлөшкә рөхсәт биреү ғәмәлдәрен туҡтатып тороуҙы һәм был ерҙә һәр төрлө төҙөлөш эштәрен башҡарыуҙы тыйыуҙы  юллап, Ер һәм мөлкәт мөнәсәбәттәре идаралығының участканы файҙаланыуға рөхсәт биреү тураһындағы ҡарарын ғәмәлгә яраҡһыҙ тип таныу хаҡында Арбитраж судҡа ғариза яҙа. Ғаризала тап шулай әйтелгән.

Яҡын урынлашҡан йорттарҙа йәшәгән халыҡ та торлаҡ комплексы һалыуға ҡаршы сыға. Уларҙың дәлилдәре нигеҙле. Сөнки был биләмәлә торлаҡ былай ҙа тығыҙ урынлашҡан, яҡындағы мәктәптәрҙә, балалар баҡсаларында урын юҡ. Бынан тыш, күп ҡатлы йорттар биҫтәнең архитектур йөҙөн дә боҙасаҡ.

Шул уҡ ваҡытта Башҡортостандың Торлаҡты һәм төҙөлөштө күҙәтеү буйынса дәүләт комитеты ла Арбитраж судҡа объект төҙөүгә бирелгән рөхсәтте законһыҙ тип таныу тураһындағы ғариза менән мөрәжәғәт иткән. 25 августа атап үтелгән комитет Өфө ҡалаһы хакимиәтенә мотлаҡ талаптарҙы боҙоуға юл ҡуйырға ярамағанлығы хаҡында иҫкәртә һәм йорт һалыуға рөхсәт биреү ҡағыҙын ғәмәлдәрен сығарыу тураһында ҡарар ҡабул итергә тәҡдим яһай. Эште ҡарау 5 октябргә тәғәйенләнгән.

Өфөләге күсемһеҙ милек агентлыҡтарының береһендә эшләгән юрист Александр Иванов әйтеүенсә, “А-Кафе” урынында торлаҡ комплексы төҙөлөшө ҡайтанан башланған осраҡта, унан фатир һатып алыусылар үҙҙәрен хәүеф аҫтына ҡуя. Суд эштәренең оҙаҡҡа һуҙылыуы, һөҙөмтәлә йорт һалыу срогының да билдәһеҙ ваҡытҡа кисектерелеүе ихтимал. Өҫтәүенә, урындағы халыҡ мәнфәғәтен дә иҫәпкә алмау мөмкин түгел, уның әүҙем өлөшө төҙөлөшкә ҡырҡа ҡаршы, ти эксперт.

Был йорттан фатир алырға теләгәндәргә ныҡлы уйларға кәрәк: төҙөлөш шундай сетерекле юл менән алып барылғанда, аҡса һалыу үҙен аҡлармы? Аҙағы алданған өлөшсөләр исемлеген тулыландырыру менән тамамланыуы ла ихтимал бит. Яңы мәғлүмәттәр алыу менән элекке ресторандың биләмәһенә бәйле хәл тураһында тағы яҙырбыҙ.

Автор:
Читайте нас