+8 °С
Облачно
Һуңғы яңылыҡтар
31 Августа 2022, 05:25

3 сентябрҙә Ғафури районында “Бал байрамы” үтәсәк

3 сентябрҙә Ғафури районының Сәйетбаба ауылында шифалы башҡорт балына арналған “Бал байрамы” үткәрелә. Уны “Сәйетбаба” башҡорт тарихи-мәҙәни үҙәге һәм Башҡортостан Халыҡтар дуҫлығы йорто ойоштора.

Добавить в предпочтительные источники Google
3 сентябрҙә Ғафури районында “Бал байрамы” үтәсәк3 сентябрҙә Ғафури районында “Бал байрамы” үтәсәк
3 сентябрҙә Ғафури районында “Бал байрамы” үтәсәк

Фестиваль милли-мәҙәни традицияларҙы үҫтереү, халыҡ һөнәрҙәрен һаҡлау һәм уларҙың баһаһын артырыу, яңы таланттарҙы – оҫта умартасыларҙы асыу, ауыл туризмын һәм экотуризмдың үҫешенә булышлыҡ итеү маҡсатын ғәмәлгә ашыра. Байрамға Сәйетбаба ауыл биләмәһенән һәм яҡын-тирәләге ҡала-ауыл халҡы, шулай уҡ Башҡортостан Республикаһының умартасылыҡ һәм апитерапия буйынса үҙәге белгестәре, райондың тәжрибәле умартасылары йыйыласаҡ.

Быйылғы сара Рәсәй халыҡтарының мәҙәни мираҫы йылы һәм Башҡортостанда Һөнәри белем тармағын яңыртыу, лайыҡлы эш шарттары һәм хеҙмәт династиялары йылына арналған. Сәйетбабалағы умартасылыҡ эше – тап быуындан-быуынға тапшырыла барған матур шөғөл.  Мәҫәлән, «Бал байрамы»нда билдәле умартасы Марс Ғәзизов ҡатнашасаҡ.  Бал ҡорттарына булған ҡыҙыҡһыныу, эшкә һөйөү, иң яҡшы сифаттар был ғаиләлә быуындан-быуынға күсә килә. Шулай уҡ оҫта умартасылар Ғәлим Фәйрүзов, Наил Рәхимов, Фәнүр Заһиҙуллиндар аталары һәм ҡартаталары һөнәрен лайыҡлы дауам итә.

Фестиваль сиктәрендә төрлө конкурстар үтеп, уларҙа иң оҫта ҡортсолар, бал ризыҡтары, эсемлектәр билдәләнәсәк. Шулай уҡ милли спорт уйындары һәм ярыштар, ҡортсолоҡ продукттары һәм халыҡ кәсепселәренең эштәренән күргәҙмә-йәрминкә ойоштороласаҡ. Урындағы халыҡ таланттары әҙерләгән күңелле концерт программаһы ла байрамға йәм өҫтәйәсәк. Башҡортостан Халыҡтар дуҫлығы йорто Рәхмәт хаттары һәм иҫтәлекле бүләктәр тапшырасаҡ.

2011 йылдан башлап үткәрелгән был күркәм фестиваль халыҡты туплау, рухты үҫтереү, ҡортсолар, ҡортсолоҡ өсөн кәрәк-яраҡ һәм ҡорамалдар етештереүселәр өсөн тәжрибә уртаҡлашыу, аралашыу майҙанына әйләнгән. Һәм, әлбиттә, һәр кем үҙе етештергән балын һатып, һатып алыусылар сифатлы бал алып һөйөнә. Билдәле ҡортсолар ошо районға ғына хас кәсеп-шөғөлдөң ысын асылын аса, ата-бабалар кәсептәренең баһаһын үҫтерә, данын күтәрә.

Фото: Башҡортостан Халыҡтар дуҫлығы йортоноң рәсми сайтынан.

Автор:Альбина Ғөбәйҙуллина
Читайте нас