+9 °С
Ясно
Һуңғы яңылыҡтар
30 Августа 2022, 07:11

"Ковидҡа бәйле хәлде контролдә тотабыҙ, әлегә сикләүҙәр индермәйбеҙ"

Башҡортостан Башлығы кисә республиканың дауалау учреждениеларына автомобиль асҡыстарын тапшырған ваҡытта дауаханаларҙың баш табиптары менән коронавирус инфекцияһының таралыуына бәйле хәлде тикшерҙе. Ул журналистарға интервьюһында “яңы тулҡын яҡынлаша” тип әйтеүҙең бик үк дөрөҫ түгеллеген билдәләне.

Добавить в предпочтительные источники Google
"Ковидҡа бәйле хәлде контролдә тотабыҙ, әлегә сикләүҙәр индермәйбеҙ""Ковидҡа бәйле хәлде контролдә тотабыҙ, әлегә сикләүҙәр индермәйбеҙ"
"Ковидҡа бәйле хәлде контролдә тотабыҙ, әлегә сикләүҙәр индермәйбеҙ"

Башҡортостан Башлығы кисә республиканың дауалау учреждениеларына автомобиль асҡыстарын тапшырған ваҡытта дауаханаларҙың баш табиптары менән коронавирус инфекцияһының таралыуына бәйле хәлде тикшерҙе. Ул журналистарға интервьюһында “яңы тулҡын яҡынлаша” тип әйтеүҙең бик үк дөрөҫ түгеллеген билдәләне.

“Был инде миҙгелле грипп кеүек тәбиғи эпидемиологик процесҡа әүерелә. Сирлеләр күбәйә, әлбиттә, ләкин беҙ хәлде контролдә тотабыҙ, әммә әлегә бер ниндәй ҙә сикләү сараларын индермәйбеҙ. Иң мөһиме – вакцинация һәм ревакцинация”, – тине Радий Хәбиров журналистар менән аралашҡанда.

Сығанаҡ: “Башинформ”.

 

Автор:
Читайте нас