

Башҡортостан Хөкүмәте беренсе төрҙәге шәкәр диабетынан яфаланыусы балаларҙы глюкоза кимәлен өҙлөкһөҙ тикшереү тороу системалары менән тәьмин итеү өсөн өҫтәмә рәүештә 100 миллион һум бүлеү хаҡында ҡарар сығарҙы. Был турала республика Хөкүмәтенең матбуғат хеҙмәте хәбәр итә.
Әле республикала диабет менән сирләүсе 1 589 бала йәшәй. Шуларҙың 656-һына глюкозаны өҙлөкһөҙ тикшереү системалары кәрәк. Диабеттың беренсе төрө менән яфаланыусылар шәкәр кимәлен тәүлегенә 8-10 тапҡыр тикшереп торорға тейеш. Ул процедураны балалар ауыр үткәрә. Глюкоза кимәлен өҙлөкһөҙ тикшереү клиник рекомендацияларға ингән һәм медицна ярҙамы стандарты булып тора. Ләкин был системалар социаль хеҙмәттәр йыйылмаһын алыусыларға рецепт буйынса бирелеүсе медицина изделиелары исемлегенә инмәгән. Тап шуға күрә лә балаларҙы республика иҫәбенә тәьмин итергә булғандар.
Өҙлөкһөҙ тикшереү системалары тире аҫтына ҡуйылған сенсорҙар ярҙамында глюкозаны 5-15 минут һайын үлсәй. Был алымды файҙаланыу башҡа медицина изделиеларына (тест-һыҙыҡтар, энә-скарификаторҙарына) ихтыяжды 10-15 процентҡа кәметеү мөмкинлеген бирәсәк.
Фото БР Һаулыҡ һаҡлау министрлығы сайтынан.