

Әбйәлил районы үҙәге Асҡарҙа балалар өсөн "Юрға" ат-спорт мәктәбе үҙенең түңәрәк датаһын билдәләй.
Уның барлыҡҡа килеүенә ошо көндәрҙә 15 йыл тулған. Ошо ваҡыт арауығында ат-спорт мәктәбендә 300-ҙән ашыу малай-ҡыҙ һыбай йөрөү серҙәренә өйрәнгән.
Директор Басир Шәриф улы Дәүләтшин белдереүенсә, бында 11-16 йәшкә тиклемге ҡыҙҙар һәм егеттәр шөғөлләнә. Мәктәптә балалар шулай уҡ уҡтан атырға өйрәнә икән.
"Юрға"ның уңыш-ҡаҙаныштары ла ярайһы. Тәрбиәләнеүселәр даими рәүештә районда ғына түгел, республика кимәлендәге ярыштарҙа ла бик күп еңеүҙәр яулаған.
Ат-спорт мәктәбендә балалар өсөн бөтә шарттар ҙа тыуҙырылған, улар аҙнаһына 3 тапҡыр бушлай шөғөлләнә.