

Бөгөн Республика Хөкүмәтендә үткән оператив кәңәшмәлә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров тейешле ведомстволарға һәм муниципалитет башлыҡтарына республикала янғындарға юл ҡуймаҫҡа ҡушты.
«Һеҙ яңылыҡтар ҡарайһығыҙ бит, ҡайһы бер төбәктәрҙә янғындар ҡотора. Бәләкәй генә усаҡтан башланған, ә аҙаҡтан уны һүндереү өсөн туғыҙ мең кеше йәле ителгән. Көндәр эҫе тора, үләндәр ҡоп-ҡоро. Мин хәлде контролгә алыуҙы һорайым. Хәҙер бөтә көстө шуға йүнәлтергә кәрәк, ордендар, миҙалдар, отпускылар аҙаҡ. Хәҙер сараһын күрегеҙ! Бер тапҡыр янғынға юл ҡуйһағыҙ — һүндереп булмаҫ, — тип белдерҙе төбәк етәксеһе. — Иҫемдә, Күгәрсен районында бер йорт янғайны, мин ул саҡта район башлығына ныҡ үпкәләнем, ныҡ итеп әрләнем. Әгәр бының менән алданыраҡ шөғөлләнһәк, янғындарыҙ булдырмаҫҡа мөмкин. Был бик мөһим. Ҙур янғындарға юл ҡуймағыҙ, әгәр тынысланһаҡ, бәлә килерен көт тә тор».
Һуңғы көндәрҙә Белорет, Ейәнсура һәм Йылайыр райондарында дөйөм майҙаны 2 гектарға яҡын тәшкил иткән урман янғыны тиҙ арала һүндерелгән.