+19 °С
Облачно
Һуңғы яңылыҡтар
29 Августа 2022, 04:48

Театрға Илшат Йомағоловтың исеме биреләсәк

Стәрлетамаҡ дәүләт театр-концерт берләшмәһенең Башҡорт драма театры Илшат Йомағоловтың исемен йөрөтәсәк. Был хаҡта берләшмә директоры Харис Әбдрәхимов белдерҙе.

Театрға Илшат Йомағоловтың исеме биреләсәкТеатрға Илшат Йомағоловтың исеме биреләсәк
Театрға Илшат Йомағоловтың исеме биреләсәк

Ғүмерен башҡорт театр сәнғәтенә арнаған танылған шәхес Илшат Йомағолов – сәхнәлә 50-нән ашыу һүнмәҫ ролдәр тыуҙырған оло талант эйәһе. Ул Стәрлетамаҡ дәүләт башҡорт драма театрының ижади коллективын ойоштороуға ла  күп көс һала. «Нәркәс» (СССР халыҡтарының драматургия фестиваленең I дәрәжә дипломын яулай), «Сәсәндәр», «Торналар ҡайта», «Буш сәңгелдәк», «Юғалтыуҙар аша», «Семәрле тәхет» һәм башҡа бихисап халыҡ һөйөүен яулаған драма әҫәрҙәр авторы булараҡ, Илшат Хәлил улы башҡорт драматургияһы үҫешенә тос өлөш индерә.

"Әлеге әһәмиәтле ваҡиғаға бағышланған тантаналы сарала Стәрлетамаҡ дәүләт театр-концерт берләшмәһе бинаһында бюст асыу планлаштырыла һәм тамашасылар иғтибарына Илшат Йомағолов пьесаһы буйынса спектакль премьераһы тәҡдим ителәсәк. Яңы 32-се ижад миҙгеленең асылыуын түҙемһеҙлек менән көтәбеҙ", – тип яҙа үҙенең социаль селтәрҙәге сәхифәһендә  Харис Әбдрәхимов.

Фото: асыҡ сығанаҡтарҙан.

Автор:Альбина Ғөбәйҙуллина
Читайте нас